Башҡортостанда йәшәүселәр яраланған яугирҙәргә бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын алырға мөмкин
Рәсәйҙең Оборона министрлығы ирекле формированиеларҙа хәрби бурысын үтәгән МХО яугирҙәренең туғандарына һәм яҡындарына бушлай юл йөрөү хоҡуғын биреү башланғысы менән сығыш яһаған. Закон проекты тураһында фекер алышыу бара.
Илдең оборона ведомствоһы тимер юл, һауа, һыу һәм автомобиль транспорты менән яраланған хәрби хеҙмәткәрҙең йәшәгән урынынан дауаланған урынына тиклем бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын бирергә тәҡдим иткән. Туғандары әлеге ярҙам сараһы менән бер тапҡыр файҙаланырға мөмкин.