Доғалар:
🤲Эй, Раббым Аллаһ!
Беҙгә байлыҡ бирһәң, шуның менән бергә һөйөнөсөн дә бир. Сөнки байлыҡ булып, һөйөнөс булмаһа, уның ҡәҙере юҡ.
Беҙгә хәйерле бәрәкәт ишектәрен ас!
🤲Көс бирһәң, аҡыл һәм хикмәт тә бир. Сөнки көс булып, аҡыл-хикмәт булмаһа, ул хәсрәттән башҡа бер нәмә бирмәҫ!
🤲Дәрәжә бирһәң, түбәнселек тә бир. Сөнки түбәнселекһеҙ дәрәжә үкенескә алып килә.
🤲Матурлыҡ бирһәң, оят та бир. Сөнки оятһыҙ матурлыҡ хурлыҡҡа алып килә.
🤲Һынау һәм ауырлыҡ бирһәң, сабырлыҡ та бир. Сөнки сабырлыҡһыҙ һынауҙарҙы үтеп булмай.
🤲Иман бирһәң, ныҡлыҡ та бир. Сөнки ныҡ булмаған иман донъяла һәм ахирәттә ҡотҡармай.
🤲Йә, Раббым! Тәүфиғымды киңерәк ас, күңелемә рәхмәт орлоғоңдо сәс. Күңел көҙгөһөн сафландырып тор. Бөтә мөшкөл эшемде тиҙ хәл ҡылып тор.
🤲Яғымлы ҡыл телемде. Мине ишеткән һәр ҡолаҡ шатлыҡта булһын. Һүҙҙәремдең мәғәнәһен юғары ҡыл: ауырлыҡтан ҡотолдорһон ошо тел.
🤲Миңә йомарт бул, әй Аллаһ!
Уят мине ғафиллек йоҡоһонан.
Бәхетле ит йәшәүемде үземдең.
🤲Арттыр хәйерле ғилемде, еңеләйт ғилем алыуымды.
Һин биргән ниғмәттәргә ғилемем сәбәпле шөкөр итә белһәм ине.
🤲Уҡыуым һәм ғилем алыуым сәбәбенән тышым һәм эсем нурланһын. Бер ни ҡәҙәр булһа ла наҙанлығым кәмеһен. Белгәндәремде башҡаларға өйрәтеп, Ислам шәриғәтенә хеҙмәт итеү насип булһын.
🤲Аллаһы Тәғәлә риза булған иғтиҡад һәм ғәмәлдәр менән донъянан үтеп, Расүл Әкрам шәфәғәтенә лайыҡ булһам ине!
Амиин. 🤲
Йә, Раббил ғәләмиин! 🤲
✅Аллаһ ризалығы өсөн был доғаны таратығыҙ. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ (сал-Аллааhү ғәләйhи үәсәлләм) әйткән:
"Кем яҡшы ғәмәл эшләргә өйрәтеп ҡалдыра, уға шул эш өсөн был ғәмәлде ҡылыусыға килгән әжер-сауап килеп торор".
Мөслим, 3509.