TGStat
TGStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • flag Russian
    Язык сайта
    flag Russian flag English flag Uzbek
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов и чатов Региональные подборки Тематические подборки Платные каналы Поиск каналов
    Добавить канал/чат
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг чатов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Telegram
  • Продвижение
    Реклама через Яндекс Бизнес Реклама в каналах через TGStat Agency Реклама на сайте TGStat.ru
Урал аръяғы яңылыҡтары «Атайсал» гәзите

17 Mar, 19:49

Открыть в Telegram Поделиться Пожаловаться

«Бергә үткән ғүмер үҙе ҙур бәхет», – ти Моталовтар

Йәнтеш ауылынан 50 йыл бергә ғүмер һуҡмағынан атлаған Зәйнетдин һәм Фирүзә Моталовтар – өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Етмеш йәштәрен артмаҡлауҙарына ҡарамаҫтан, шат күңелле, көләс йөҙлө пар әле лә бер-береһенең күҙҙәренә генә ҡарап тора.

Моталовтарҙың ғаиләһе 1976 йылдың 5 апрелендә барлыҡҡа килгән. “Тормош иптәшем йәш саҡтан оҫта гармунсы булды. Мине лә гармун уйнап үҙенә ҡаратып алды. Уның менән тормошомдо бәйләгәнгә бер ҙә үкенмәйем. Ирем яҡшы ғаилә башлығы, балаларына хәстәрлекле атай”, – тип йылмая Фирүзә Ҡыям ҡыҙы.
Зәйнетдин Нурый улы Йәнтеш ауылында 1957 йылдың йәмле июнь айында донъяға килгән. Ауыл мәктәбендә 8-се класты тамамлағандан һуң, Аҡъярҙа училищела тракторист һөнәрен үҙләштерә.

–Беҙҙең быуын бәләкәйҙән эшләп үҫте. Йәйге каникулда “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында эшләнем. Тырматыуҙа ҡатнаштым, кәбән ҡойҙоҡ. Училищела алты ай тракторсылар курсында уҡығас, фермала эшләнем. Артабан армияға
алынып, Әстерханда төҙөлөш батальонында ике йыл хеҙмәт иттем, – тип тормош юлы хаҡында бәйән итте Зәйнетдин Моталов.
Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар колхозда малсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Әле лә тик ултырмай йәй көндәре ауылдаштарының һорауы буйынса ауыл малдарын көтә.

Фирүзә Ҡыям ҡыҙы 1957 йылдың сентябрь айында Ырымбур өлкәһе Шубин ҡасабаһында донъяға килгән.
–Ырымбур өлкәһендә тыуһам да, өс йәшемдә әсәйемдең тыуған яғы Йәнтеш ауылына күскәнбеҙ. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Әсәйебеҙ беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләне. Ауыл мәктәбендә 10-сы класты тамамланым, – тип әңгәмәне дауам
итте Фирүзә Моталова.
Мәҡәләм геройы хеҙмәт юлында мәктәптә, балалар баҡсаһында хужалыҡ мөдире, оҙаҡ йылдар һатыусы ла була, һуңынан шифаханала эшләп хаҡлы ялға сыға. Күп йыллыҡ хеҙмәте Маҡтау грамоталары менән баһалана.

Өлгөлө пар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Әле улдары Сәғит “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһында эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Филүзә Аҡъяр ауылы “Бәпембә” балалар баҡсаһында тәрбиәсе. И ке у л т әрбиәләп үҫтергән. Тормош иптәше Ирек менән матур донъя көтәләр. Бәләкәй ҡыҙҙары Лифүзә ғаиләһе менән Аҡъярҙа йәшәй. Тормош иптәше Самат менән бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.




Автор: Разиля Байгускарова

42 0 0
Каталог
Каталог каналов и чатов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал/чат
Рейтинги
Рейтинг каналов Telegram Рейтинг чатов Telegram Рейтинг публикаций Рейтинги брендов и персон
API
API статистики API поиска публикаций API Callback
Наши каналы
@TGStat @TGStat_Chat @telepulse @TGStatAPI
Почитать
Академия TGStat Исследование Telegram 2019 Исследование Telegram 2021 Исследование Telegram 2023
Контакты
Справочный центр Поддержка Почта Вакансии
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности Публичная оферта
Наши боты
@TGStat_Bot @SearcheeBot @TGAlertsBot @tg_analytics_bot @TGStatChatBot