☝Фытыр саҙаҡаһы тураһында
Ураҙа байрамы көнөндә йәмәғәт менән ғәйет намаҙы уҡыла икәнен барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер. Тап шул намаҙ алдынан фытыр саҙаҡаһы таратылырға тейеш. Уны өйөндә бер генә көнлөк һәм төнлөк ризығы булған мосолман да бирергә бурыслы. Бер хәҙистә: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ фытыр саҙаҡаһы итеп бер сағ хөрмәне йәки бер сағ арпаны һәр мосолманға – ҡолға ла, азат кешегә лә, иргә лә, ҡатынға ла, олоға ла, кесегә лә – фарыз ҡылды”, – тиелгән (әл-Бохари йыйынтығынан сахих хәҙис). Ҡайһы бер сәхәбәләр: “Пәйғәмбәр ﷺ арабыҙҙа булған саҡта беҙ фытыр саҙаҡаһын бойҙайҙан, хөрмәнән, арпанан, йөҙөмдән йә эремсектән бер сағ итеп сығара торғайныҡ”, – тип әйтеп ҡалдырған (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). Бер сағ – ул бөртөклө әйберҙәрҙең 4 ҡуш усҡа һыймалы миҡдары; ауырлығы 2,2 – 3,3 кг килеп сыға.
Аңлашылыуынса, фытыр саҙаҡаһы итеп урындағы халыҡ ашаған ниндәй булһа ла ризыҡты алырға мөмкин. Хәҙерге мосолмандар фытырҙарын аҡсалата бирергә күнеккән, ләкин ғалимдарҙың күбеһе уны ризыҡлата өләшеү дөрөҫөрәк тип иҫәпләй. Әгәр ғаилә биш кешенән торһа, һәр береһенән берәр сағ ярма тапшырылырға тейеш тип һанаһаҡ, 15 килограмм тирәһе ярманы мохтаждарға таратырға кәрәк буласаҡ. Әлегә тыумаған бала өсөн фытыр фарыз булмаһа ла, уның өсөн биреп ҡуйыу хуплана. Кемдер Рамаҙан айының һуңғы көнөнә тиклем вафат булып ҡалған икән, уның исеменән саҙаҡа бирергә кәрәкмәй.
Фытырҙы Рамаҙан айы бөтөүгә бер-ике көн ҡалғас та өләшә башларға мөмкин. Хәҙистә бәйән ителеүенсә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ был саҙаҡа хаҡында: “Кемдер ғәйет намаҙынан алда тапшырып ҡуйһа, ул ҡабул булған зәкәт тип һаналыр, ә кемдер намаҙҙан һуң бирһә, ҡәҙимге саҙаҡа булыр”, – тигән (Әбү Дауыт һәм Ибн Мәджәһ йыйынтыҡтарынан). Тимәк, фытырҙы үҙ ваҡытында, йәғни ғәйет намаҙы тамамланғанға тиклем тапшырып өлгөрмәгән кеше, һуңлағаны өсөн тәүбә ҡылып, аҙаҡ, һуң булһа ла, биреп ҡуйырға тейеш.
Фытырҙы бирергә мөмкин булған һигеҙ төркөм бар:
1) фәҡирҙәр, йәғни бер нәмәһе лә булмаған кешеләр;
2) мөлкәтһеҙҙәр – мохтажлыҡ кисереүселәр, әммә уларҙың матди хәле тәүгеләрҙекенә ҡарағанда яҡшыраҡ;
3) урындағы имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше;
4) дин юлында дәғүәт алып барыусылар;
5) иреккә сығарыу маҡсаты менән ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе һатып алыусылар;
6) шәриғәт ҡанундарына ярашлы рөхсәт ителгән әйберҙәргә йәки икенсе берәй кеше өсөн матди бурыс алып, унан ҡотолоу юлын тапмаусылар;
7) изге һуғышта ҡатнашыусылар;
8) мосафирҙар, йәғни, сит илдә тороп ҡалып, йәшәү сығанағы булмаған юлсылар.
Ғәҙәттә, ғаилә башлығы саҙаҡаны үҙ ҡарамағында булғандарҙың барыһы өсөн дә түләй. Шулай ҙа балаларығыҙ ололарҙың эшендә ҡатнашһа, бик хуп. Улар, фытырҙың һәр кемдән тейеш икәнен белеп ҡалһа, моғайын, мохтаждарға ярҙам итеүгә үҙҙәре теләп өлөш индерер. Йыйып барған аҡсаһын изге эшкә тотонорға ҡарар итһәләр, тыймағыҙ. Йомартлыҡтың, мәрхәмәттең тәүге үҫентеләре бит ул. Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең тәрбиәгеҙ емештәренән риза булыр.
✍ Әбү Әхмәт хәҙрәт.