"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының Күмертау ҡалаһында үткән зональ этабында "Күп балалы ғаилә" номинацияһында Хоҙайбирҙин ауылынан Хоҙайғоловтар ғаиләһе - беренсе , Бикбулат ауылынан Фәттәховтар ғаиләһе "Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре" номинацияһында икенсе урынға лайыҡ була. Афарин!