⭐“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы булырға хыялландым”
2024 йылдың ҡыш айы ине. Машинала барған килеш электромагнит минаһына эләктек. Ошо мәхшәрҙә бер аяғым һәм ҡулдарым имгәнде. Мина шартлауы ғына етмәгән, эҙәрлекләп, дүрт “ҡарсыға” ла өҫтөбөҙҙә өйрөлә. Өсәүһен атып төшөрҙөк. Иптәштәремдең береһе мине аҙаҡҡаса эргәмдән китмәй ҡарауылланы. Үҙемдең ҡуҙғалырлыҡ та хәл юҡ, егеттәр мине бик тиҙ эвакуацияланы. Табиптарҙың хәстәрлеге, профессионаллеге һөҙөмтәһендә аяҡҡа баҫтым (яраланған аяғымды ҡырҡмайынса протез ярҙамында йөрөрлөк иттеләр). 2- се төркөм инвалиды булһам да, ошо сәләмәтлегем менән хеҙмәттән ләззәт табып, тыуған еремдә кинәнеп йөрөй алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен.Тулыһынса: https://bashgazet.ru/news/geroy-ar-d-ere/2026-10-06/okopta-yat-anda-ul-esht-re-o-ta-y-bulyr-a-hyyallandym-4837364