"Башҡортостан" гәзите


Kanal geosi va tili: Rossiya, Ruscha


"Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы

Bog‘liq kanallar  |  O‘xshash kanallar

Kanal geosi va tili
Rossiya, Ruscha
Statistika
Postlar filtri


💚 ЦСКА - "Салауат Юлаев" 3:1

🏒 Бөгөн юлаевсылар Мәскәүҙә уйнаны. Иҫәп 1:1 булғанда хужаларҙың бәхәсле икенсе голын һанауҙары бәкәлгә һуҡты - күп тә тормай өфөләр тағы бер шайба индертте.

🛑 Рәттән өсөнсө еңелеү. Юлаевсылар турнир таблицаһы уртаһына төштө.

🔥 Киләһе уйындарға әҙерләнәбеҙ!!


💚 ЦСКА - "Салауат Юлаев" 1:1

🏒Мәскәүҙә юлаевсылар ЦСКА менән уйнай. Матч юғары тиҙлектә башланып китте һәм осор буйы шулай дауам итте. Кем беренсе арыр?..

🥅 Хужалар иҫәпте асты. Юлаевсылар күпселектә уны тигеҙләне: һаҡсыбыҙ Алексеев үҙебеҙҙең зонанан алға, Броссоға пас бирҙе һәм ул ике ҡаршы яҡ хоккейсыһы менән көрәштә бирешмәйенсә уңышҡа өлгәште. Хужаларҙың ҡапҡасыһы һөжүмде алдан күрһә лә, ҡотҡара алманы.

❌ Бер генә кәйефте ҡырған мәл: беҙҙең Шелдон Ремпал ЦСКА ҡапҡаһына буллит һуҡты, әммә гол индерә алманы.

❗Алда - өсөнсө хәл иткес осор.

🔥 Девин Броссоның голын ҡарайбыҙ!


💚 ЦСКА - "Салауат Юлаев"

Был минуттарҙа Мәскәүҙә юлаевсыларҙың сираттағы матчы башланып тора.

🔥 Уңыштар теләйбеҙ!


❓Ниндәй бүләк бирмәүегеҙ яҡшы?
 
🎁Ысын күңелдән бүләк биргәндә лә кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыуығыҙ ихтимал. Бигерәк тә әгәр бүләк ҡабул иткән кеше төрлө юрауҙарға ышанып бара икән. Шуға кәңәштәребеҙ һеҙгә зыян итмәҫ.
 
⏰Сәғәт бүләк итмәҫкә тырышығыҙ. Ул айырылышыуға, талашыуға килтерә тиҙәр.Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-04/nind-y-b-l-k-birm-ege-ya-shy-4834509
 
📍Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!


🥞 Әйҙәгеҙ Минира апайҙың ҡоймаҡтары менән сәй эсергә!

💚 Үҙе тәмле, үҙе йомшаҡ. Аят ашында был ҡоймаҡтың рецебын күптәр һорап алды.
✅ Рецепт тулыһынса ошонда: https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2026-10-04/minira-apay-y-oyma-tary-e-t-mle-e-yomsha-4834913


❤️Уҡытыусым, иҫкә төшһәң ,
Гелән генә -
Нур сәселә күңелдәргә
Йөҙҙәреңдән.
Һине һөйә күпме йөрәк—
Йөҙәрләгән!

...Театр фойеһында ҡунаҡтарҙы XIX быуат геройҙары ҡаршы алып, шул заман бейеүҙәренә саҡырҙы. Шулай уҡ уҡытыусыларға тарихи костюмдарҙағы персонаждар менән фото төшөү мөмкинлеге лә булды. Мөһабәт залдағы тантаналы мөхит, матур көйҙәр ҡунаҡтарға байрам кәйефе бүләк итте. 🛑Уҡытыусыларҙы нисек тәбрикләгәндәрен тулыһынса уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2026-10-05/u-ytyusylar-y-pushkin-balyna-sa-yr-ylar-4836031


💥 2026 йылдың 10 октябрендә Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған Башҡортостан Башлығы призына мауыҡтырғыс ат сабыштары үтәсәк.

👏 Тамашасылар иғтибарына төрлө тоҡомло аттарҙа уҙыштар тәҡдим ителәсәк. Сағыу тамаша сараһы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының музыкаль оҙатыуында, халыҡ һөнәрселәренең оҫталыҡ дәрестәре, республика ҡымыҙсыларынан тәбиғи ҡымыҙ һатыу йәрминкәһе, милли аш-һыу менән үтәсәк.

❗️Ат спорты сараһы республикабыҙ баш ҡалаһының спорт тормошонда сағыу ваҡиға буласаҡ.
 
🛑 Инеү ирекле. Башлана:13.00 сәғәттә.

👉 Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Өфө, Менделеев урамы, 174 адресы буйынса урынлашҡан «Аҡбуҙат» ипподромына саҡырабыҙ.

6+


☝️Тоҙ тапағыҙ: 15 минут та етә!
💯 Ҡиммәтлеһен эҙләмәгеҙ, Соль-Илецкиҙыҡы ла, диңгеҙ тоҙо ла берҙәй һәйбәт. Ошолай эшләгеҙ: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2026-10-05/to-tapa-y-15-minut-ta-et-4834501


🚶Йәйәү йөрөгөҙ. Файҙаһын күрерһегеҙ.

Роликты ҡарағыҙ 👆


🚶Йәйәү йөрөгөҙ. Файҙаһын күрерһегеҙ


❄️🌧️☔ Бөгөн Бөрйән (1-се фото), Ҡыйғы (2-се фото) райондары һәм Өфө (3-сө фото) ҡалаһында ошондай һауа торошо.

❓Ә һеҙҙә ул нисек?


💥 Башҡорт блогерҙарына асыҡ хат

❗️"Ғәфү итегеҙ, башҡортса яҙам, сөнки рус телендә оят булыр ине. Зинһар, яҙғандарымды бер аҙ аңлаған кешеләр араһында мөмкин тиклем күберәк таратығыҙ", - тигән автор. Ә һеҙ был турала нимә уйлайһығыҙ? Хаттың тулы тексы: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-05/bash-ort-bloger-aryna-asy-hat-4834523

✅Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan
ҡушылығыҙ!


👫 Демография – йәмғиәттең торошон билдәләгән “термометр” ул

🔷 Киң ҡоласлы Көнбайыш илдәре менән Рәсәй ҡартая барғанда, көньяҡ төбәктәр демографик яҡтан йәш һәм көслө булып ҡала. Мәҫәлән, халыҡ һаны буйынса лидерлыҡты тотҡан Һиндостанды йәш быуын үҙәге тип атарға мөмкин, бында 25 йәштән йәшерәк 600 миллион кеше йәшәй – был ил халҡының 45 проценты тигән һүҙ. Ҡытайҙа ошо уҡ йәштәгеләр 400 миллион тәшкил итә, был – халыҡтың 30 проценты. Африка илдәре лә ҡалышмай йәшәреүен дауам итә.
🔶 65 йәштән өлкән кешеләр һаны буйынса ғүмер оҙайлығы юғары, тыуым түбән булған Көнсығыш Азия һәм Европа илдәре алдын
Показать полностью...


❤️ Бөгөн - Уҡытыусылар көнө
Һәр һүҙегеҙ
Миңә алтын булды, —
Һис бер килмәй
Сереү алтынға.
Улар яныр
Яҡты йондоҙ булып,
Юл күрһәтеп
Алға барырға.
Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.
(Рәми Ғарипов)
 
🤝 Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Яуаплы эштәрендә уңыштар, көндәлек шатлыҡтар, бәхет, һаулыҡ теләйбеҙ.


❗Юл хәрәкәтте сикләнде!

⚡Башҡортостан рРеспубликаһының төбәк әһәмиәтендәге юл участкаларында йөк транспорты һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт сикләнгән!

🔺Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск (222 – 275 километр, Белорет һәм Әбйәлил райондары);

🔺Белорет – Учалы – Мейәс (1 – 159 километр, Белорет һәм Учалы райондары);

🔺Өфө - Инйәр - Белорет (67 – 222+800 километр, Архангел һәм Белорет райондары).

❄️Сәбәбе: насар һауа шарттары (ҡар, ел, боҙлауыҡ, юл насар күренә).

🕙 Сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 10:00 сәғәткә тиклем (урындағы ваҡыт). Үҙгәрештәр булыуы ихтимал.


В посте есть вложения:


❄️ Хәйерле иртә!

🙏 Аҙна имен-аман үтһен!

✅ Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gasetabashkortostan.

Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.


Video oldindan ko‘rish uchun mavjud emas
Telegram'da ko‘rish
❗Иртән йоҡонан уянғас та торорға ашыҡмағыҙ. Ятҡан килеш ошо ябай, әммә файҙалы күнегеүҙәрҙе яһағыҙ.

🤝 Сәләмәт булығыҙ!


Video oldindan ko‘rish uchun mavjud emas
Telegram'da ko‘rish
❗Иртән йоҡонан уянғас та торорға ашыҡмағыҙ. Ятҡан килеш ошо ябай, әммә файҙалы күнегеүҙәрҙе яһағыҙ.

🤝 Сәләмәт булығыҙ!


❤️ Үҙеңә бәхет теләһәң...

Эй Аллаһым! Әгәр Һин мине бәхетһеҙҙәрҙән итеп, исемемде бәхетһеҙҙәр дәфтәренә яҙған булһаң, уны юйып, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙһаң ине. Әгәр мине бәхетлеләрҙән итеп, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙған булһаң... Тулыраҡ сайтта: https://bashgazet.ru/articles/iman/2026-10-04/e-b-het-tel-do-a-y-4834538

 ✅Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan
ҡушылығыҙ!

20 ta oxirgi post ko‘rsatilgan.