Газета "ТАН"@"ТАҢ" гәзите


Kanal geosi va tili: Rossiya, Ruscha
Toifa: ko‘rsatilmagan


Новости Бурзянского района и Республики Башкортостан. Газета "Таң" - https://t.me/gazetaTan
Предложить новость - @tan_content_bot

Bog‘liq kanallar  |  O‘xshash kanallar

Kanal geosi va tili
Rossiya, Ruscha
Toifa
ko‘rsatilmagan
Statistika
Postlar filtri


Көҙгө йәрминкәгә рәхим итегеҙ!

8 октябрҙә район үҙәге Иҫке Собханғолда «Көҙ байлыҡтары – 2026» ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә.
Йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙарының киң ассортименты тәҡдим ителәсәк: ит, һөт ризыҡтары, бал, йәшелсә (һуған, кәбеҫтә һ.б.), емеш-еләк, картуф, утын, бесән, иген һ.б. Башлана сәғәт 10:00.


Дрон күрһәгеҙ, хәүефһеҙ урын табығыҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: БПЛА һөжүм иткән урындарҙы фотоға, видеоға төшөрөргә ярамай - был турала уҙған йылда республика башлығының указы сыҡты.


2027 йылдың 1 ғинуарынан «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатындар 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе проактив режимда аласаҡ. Йәғни, ғариза яҙмайса һәм документтар йыймайса, автомат рәүештә.

Был исемгә кемдәр лайыҡ була алыуы хаҡында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында һөйләнеләр.

«Герой-әсә» – ата-әсәлек хеҙмәте өсөн юғары награда. Уны социаль яуаплы ғаиләлә 10 һәм унан да күп бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатындарға бирәләр.

Түләүҙән тыш, уларға сираттан тыш бушлай медицина ярҙамы күрһәтелә, йылына бер тапҡыр шифаханаға бушлай юллама бирелә һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған.

Ата-әсәләр тағы ниндәй наградаларға дәғүә итә алыуҙары тураһында Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы сайтында белергә мөмкин: vk.cc/d2sVnX

Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, республикала 13 ҡатын «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған. 2022 йылда был награда тергеҙелгәндән һуң, уны тәүгеләрҙән булып Иҫке Балтас ауылынан Альбина Хәйҙәршина алды – ул 13 бала әсә
Показать полностью...




Ҡотлайбыҙ🎉

Ғәлиәкбәр төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Сания Сабир ҡыҙы Ишмөхәмәтова "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" исеменә лайыҡ булды. Сания Сабир ҡыҙын мәртәбәле исем алыуы менән ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ!


Октябрь айына табиптарҙың ауылдар буйлап йөрөү графигы

📌05.10.26 - Ишдәүләт
✅ дөйөм практика врачы - Насырова Г.М.

📌07.10.26 - Ырғыҙлы
✅педиатр - Хәбиева А.И.

📌08.10.26 - Исламбай, Аҫҡар
✅педиатр - Дәүләтбаева Н.Б.

📌13.10.26 - Тимер
✅терапевт - Кинйәғолов А.А., педиатр - Тимерәйева Р.Ф., акушер-гинеколог Мөхәмәтйәнова Д.В.

📌14.10.26 - Ырғыҙлы
✅терапевт - Кинйәғолов А.А.

📌15.10.26 - Әтек
✅терапевт - Салауатова И.А., педиатр - Әминева Р.М., акушер-гинеколог Мырҙағолова З.Г.

📌20.10.26 - Мораҙым
✅терапевт - Ишбулатова А.А., педиатр - Тимерғәлина Ф.К., акушер-гинеколог Мөхәмәтйәнова Д.В.

📌21.10.26 - Ырғыҙлы
✅терапевт - Кинйәғолов А.А.

📌22.10.26 - Иҫке Монасип
✅терапевт - Сәфәрғәлина Д.И., педиатр - Тимерәйева Р.Ф., акушер-гинеколог Мөхәмәтйәнова Д.В.

📌28.10.26 - Ырғыҙлы
✅терапевт - Кинйәғолов А.А.

📌29.10.26 - Яңы Мөсәт
✅терапевт - Мөхөтдинов Р.Д., педиатр - Әлибакова Ф.М., акушер-гинеколог Мансурова С.А.


Бөгөн көн аяҙлы-болотло, яуым-төшөм көтөлмәй.
Һауа температураһы -1⁰-+10⁰.

Беҙҙе уҡығыҙ: МАХ


Байрам концертына рәхим итегеҙ! 0+


Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле мәғариф ветерандары!
Һеҙҙе байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Һеҙгә еңел булмаған, тынғыһыҙ, яуаплы һәм кәрәкле эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Беҙ һеҙҙән алған изгелек, тыуған ергә, илебеҙгә булған һөйөү сифаттарын ғүмер буйы күңелебеҙҙә һаҡлайбыҙ.
Байрам көнө һеҙгә күңел күтәренкелеге һәм уҡыусыларығыҙҙың йылы ҡотлау һүҙҙәрен бүләк итһен. Яңы һөнәри ҡаҙаныштар, сәләмәтлек, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!


Яңы аҙна уңышлы үтһен 🍁

Был аҙнала һауа торошоноң аяҙлы-болотло булыуы, ямғыр, ҡарлы ямғыр яуыуы көтөлә.
Һауа температураһы бөгөн көндөҙ +5, төндә 0 градус. Аҙна аҙағына көндөҙ +17 градусҡа тиклем күтәрелеүе, төндә +1 градустан +5 градусҡа тиклем булыуы көтөлә.


Балағыҙ өйҙә яңғыҙ саҡта янғын сыҡһа, нимә эшләргә кәрәклеген беләме? Киҫкен хәлдә ул етеҙ, дөрөҫ һәм тәүәккәл эш итһен өсөн бергәләп күнекмәләр үткәрегеҙ.

1️⃣ Карауат аҫтына, шкафҡа йә башҡа аулаҡ урындарға йәшенмә – унда төтөн тиҙ йыйыла.
2️⃣ Танауың менән ауыҙыңды яулыҡ менән ҡапла.
3⃣ Тиҙ үк өйҙән сығып кит, ишекте асҡыс менән бикләмә.
4️⃣ Кейемеңә ут ҡапһа – уны һүндерер өсөн иҙәнгә ятып тәгәрә.
5️⃣ Лифт ҡулланма – баҫҡыстан төш.
6️⃣ Хәүефһеҙ урынға сыҡҡас , 112 телефонына шылтырат.

Мөһим!

Бүлмәнән сығырлыҡмы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, ишеккә усыңды ҡуйып ҡара. Эҫе булһа – асма.
Сығырлыҡ булмаһа, ишекте тығыҙ итеп ябырға, ярыҡтарын дымлы туҡыма менән томаларға, тәҙрә эргәһенә барып, ярҙам һорап ҡысҡырырға кәрәк.

Был ябай ҡағиҙәләр ғүмерҙе ҡотҡара ала. Тыныс бер һөйләшеүҙән – ҡурҡытмайынса, ҡәҙимге күрһәтмә кеүек башларға кәрәк.

Шулай уҡ ҡарағыҙ:

Йылытҡысты хәүефһеҙ ҡулланыу – «Аңлатабыҙ. Башкортостан» проектының яңы сығарылышында күрһәтәбеҙ.

Башҡортостан Р
Показать полностью...


Башкирский гамбит dan repost
📊Радий Хабиров в топ-10 рейтинга информационных кампаний в Telegram-каналах за период 26 сентября - 2 октября 2026 года

📈Усиление публичных позиций Главы Республики Башкортостан Р. Хабирова

➡️Подготовка Уфы к саммиту ШОС: анонсированы масштабные работы по обновлению городской инфраструктуры.

🔎 Полностью рейтинг


БашФреш | Новости dan repost
УФСБ России по Республике Башкортостан выявлена и пресечена противоправная деятельность сотрудника полиции, 1995 г.р., сообщившего секретные данные лицам, не допущенным к сведениям, составляющим государственную тайну.
Сотрудниками УФСБ установлено, что в 2024 году старший оперуполномоченный МВД по Республике Башкортостан неоднократно сообщал двум жителям г. Уфы сведения о проводимых органом внутренних дел в отношении них оперативно-разыскных и оперативно-технических мероприятиях. Таким образом, посторонним лицам были раскрыты организация, методы и тактика их проведения. Согласно заключению экспертов разглашенные сведения являются достоверными, составляют государственную тайну и имеют степень секретности «секретно».
В настоящее время злоумышленник уволен из органов МВД.
Следственным отделом УФСБ в отношении бывшего сотрудника правоохранительных органов возбуждено уголовное дело по признакам преступления, предусмотренного ч. 1 ст. 283 УК РФ «Разглашение государственной тайны». Проводя
Показать полностью...


Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгендә ҡағиҙәнең кемдәргә ҡағылыуын һәм нисек эшләүен аңлаттылар.

Хоҡуҡты – күп балалы ғаиләләрҙән тыш, субсидия ҡаралған торлаҡ хужалары, ҡуртымға алыусылар, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль фондта йәшәгәндәр файҙалана ала. Тәүге мөрәжәғәтенән һуң 6 ай үткәс, республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре түләү хоҡуғы һаҡланамы-юҡмы икәнлеген тикшерә.

Барыһы ла үҙгәрешһеҙ ҡалһа – субсидия оҙайтыла. Әгәр адресы, ғаилә составы йәки башҡа мөһим мәғлүмәттәр үҙгәрһә – ташлама алыусынан мәғлүмәт раҫлауҙы йәки яңы ғариза биреүҙе һорауҙары мөмкин. Ҡарар тураһында белдереү субсидияның һуңғы айында Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетта сағыла.

Тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге битендә.

Өҫтәмә белешмә кәрәкһә – Башҡортостан Күп функциялы үҙәгенең ҡыҙыу линияһына шылтыратығыҙ: +7 (347) 246-55-33 йәки +7 (927) 333-31-00

#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан #Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Ял көндәрегеҙ матур, файҙалы үтһен 🍁
Интернетта ошондай һүрәттәр һеҙгә лә йыш осраймы? Әйҙәгеҙ шуларҙың береһенә яуапты бергәләп эҙләйек😉
Бында М хәрефенә 14 түгел, хатта 15 русса һүҙ табырға була.
Кем 15 һүҙҙе беренсе яҙа - 100 һум бүләк итәбеҙ ✅


Ҡотлайбыҙ!

Иҫке Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Ғайсар Сәғәҙи улы Теләүбаев "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булды. Райондашыбыҙҙы мәртәбәле исем алыуы менән ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ!


Республика биләмәһендә "Пилотһыҙ хәүеф" режимы бөтөрөлдө.
Шулай уҡ Өфө аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға сикләүҙәр бөтөрөлдө.


1 октябрҙан коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артты

Торлаҡ коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар республиканың төрлө район-ҡалаларында коммуналь инфрастуктураның хәленә, объекттарҙың алыҫлығына һәм башҡа күрһәткестәргә бәйле. https://tanburz.ru/news/y-m-i-t/2026-10-02/1-oktyabr-an-kommunal-he-m-tt-rg-ha-tar-artty-4833262


⚡️ Башҡортостанда ракета хәүефе режимы ғәмәлдән сығарылды, БПЛА хәүефе режимы һаҡлана әле.



20 ta oxirgi post ko‘rsatilgan.