Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
❓ Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәне ҡаранығыҙмы, йәмәғәт?
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың асыуы ҡабарғанын, әммә ике республика араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе боҙорға теләмәгәндән йомшағыраҡ ҡағылыуын аңлағанһығыҙҙыр. Шулай ҙа етәксе республикалағы суд системаһындағы кландарҙы, йәки беҙҙеңсә туған-тыумасалыҡты өнәмәүен асыҡ белдерҙе.
✅ 2023 йылдың майынан, Рәил Шәйҙуллин Башҡортостан Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләнгәндән алып, 149 судья отставкаға киткән. Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, уларҙың күбеһе 45 йәш тирәһендәге тәжрибәле кешеләр. Улар урынын яйлап Татарстандан килтерелгән кешеләр биләгән. Бөгөн Татарстандан 22 судья беҙҙә эшләй.
❗ Республика етәксеһе “туғандаш Татарстанды йәберләгем килмәй, был төбәк проблемаһы түгел”, тине, әммә факттар шундай:
✅ Башҡортостан Юғары судында 120 судья эшләй. 2023 йылдың майынан Юғары судтан 40 судья эштән ебәрелгән, был вазифаға күрше төбәк кешеләре тәғәйенләнгән – 10 судья. Шуныһын да һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров: күрше республиканың Юғары судынан килеүселәр юҡ, ә район һәм ҡала судтарында эшләгән хоҡуҡ белгестәре беҙгә тәғәйенләнгән.
✅ Стәрлетамаҡ, Сибай, Октябрьский, Нефтекама ҡала судтарын, Совет һәм Дүртөйлө район судтарын быға тиклем Татарстанда юғары вазифалар биләмәгән кешеләр етәкләй.
✅ Башҡортостан Республикаһының Судьялар советында бөтәһе 24 ағза, рәйесе – йәнә Татарстандан килтерелгән. Юғары судта бер йылдан да әҙерәк эшләп өлгөргән, шундай абруйлы урынға тәғәйенләнеп тә ҡуйған. Унан тыш, тағы 3 Совет ағзаһы – күршеләр.
✅ Башҡортостан судьяларының квалификация коллегияһында ла тегеләрҙең “ҡарғаһы” урынбаҫар тей, ағзалар араһында ла күпселектә – шулар, ти.
⚡ Радий Фәрит улының:
– тиеүе менән килешмәй булмай. Бик уңайлы урынлашҡандар. 136 тапҡыр тегеләй-былай йөрөткәндәр тей, әле был асыҡланған осраҡтар ғыналыр бит, ә билдәһеҙҙәре күпме?
Бына шундай хәлдәр беҙҙә. Республика етәксеһе Рәсәй Юғары суды һәм Тәфтиш комитеты ғәҙеллекте ҡайтарыр, тип ышаныс белдерҙе. Ышанғы килә.

❗ “Был ваҡыт эсендә беҙҙә нимәләр булған, ни өсөн беҙ унда судьяларҙы ташыйбыҙ?”– тип башланы ул һүҙен.

“Күрәһегеҙме, нисек шәп?”