⁉
Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы беҙҙә булыуы урынһыҙмы? Ваҡыты-ваҡыты менән ошо һорауҙы интернет селтәрҙәрендә күтәреп торалар. Кемдер берәү яңыраҡ хатта был музейға
“Төбәктең ысын тарихын һанға һуҡмай, Көнъяҡ Уралдан ни өсөндөр “төп күскенселәр бишеген” әүәләргә тырышалар”,
- тип тә ғәйеп ташланы.
Ысынлап та шулаймы? Бынан 5 йыл элек, 2021 йылда, башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса Өфөлә уҙғарылған фәнни сессияла уҡ совет осоро ғалимдарының башҡорттар – күсмә халыҡ, тигән фекеренә ҡараш үҙгәреүе тураһында әйтелде. Башҡорттар – ярым күсмә тормош алып барғанлығына дәлилдәр бар, тип белдерҙе тарихсылар. Шулай булғас, ни өсөн 2022 йылда Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейын төҙөү бойомға ашырыла башланы, тигән һорау тыуа. Сөнки беҙ ата-бабаларыбыҙҙың ошо ҙур ҡитғала, Европа менән Азия киҫешкән урында, төрлө шарттарға яраҡлашып йәшәүен инҡар итергә тейеш түгелбеҙ.
Ғөмүмән, башҡорт күсмә булған, йәки тик ултыраҡ тормош алып барған, тип ҡәтғи тороу урынһыҙ. Әле быуат ярым элек кенә лә ата-бабаларыбыҙ йәйгеһен йәйләүгә сығып, сәхрәлә йәшәп, кемеһе иген сәсеп, он тартып, күршеләге күсмә һәм ултыраҡ тормош алып барған башҡа халыҡтар менән тығыҙ аралашып йәшәгән. Тарих фәндәре докторы Булат Аҙнабаев әйтеүенсә,
“күсмә цивилизациялар” тигәндә, дөйөм, киң фекер йөрөтөргә кәрәк. Күскенселәр ҙә бик төрлө, мәҫәлән, ҡаҙаҡтар һарыҡ аҫраған, башҡорттарҙа йылҡы малына өҫтөнлөк бирелгән, Урта Азия халыҡтары араһында хатта як көткәндәре лә бар.
“Әммә уларҙың бөтәһен дә дөйөм мәҙәни тип берләштерә. Цивилизация төшөнсәһе күберәк мәҙәниәткә ҡағыла, тип иҫәпләйем, һәм ул бөтә күсмә халыҡтар өсөн бер үк. Был йәмғиәткә, милеккә, ваҡытҡа, тормошҡа һәм үлемгә ҡараш – кешелек мәҙәниәтен характерлаған нәмә”,
- ти тарихсы Булат Аҙнабаев.
Башҡорттар мәҙәни аң буйынса күсмә халыҡтарға яҡын тора. Быға уларҙың яугирлығы ла бер дәлил. Хатта Рус дәүләтенә ҡушылған саҡта ла “хәрби хеҙмәт” тураһында килешеп, шул бурысты үтәп йәшәйҙәр. Һәм, әлбиттә, аш-һыуҙарыбыҙ ҙа хатта мәҙәни аңыбыҙ менән кемдәргә яҡыныраҡ тороуыбыҙға ишаралай: ҡымыҙ, ҡаймаҡ, ҡорот, уларҙы һаҡлау өсөн һаба һәм турһыҡтар. Был бик күп ултыраҡ тормош алып барған халыҡтарға хас булмаған күренеш.
Шул уҡ ваҡытта башҡорттарҙа солоҡсолоҡ, игенселек, мәғдәнселек тә үҫешкән. Ата-бабаларыбыҙ борондан ҡайһы урында ниндәй мәғдән барлығын белгән, оҫта зәргәрҙәр ҙә булған араларында. Ҡалалар ҙа төҙөгәндәр – Арҡайым, мәжүсилек осоронан ҡалған башҡа ҡомартҡылар ҙа бар – Ахун тораташтары. Йорттар һәм мәсеттәр ҙә төҙөлгән, тирмәләребеҙ ҙә һаҡланған.
Билдәле булыуынса, Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейын төҙөү тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров “Шүлгән-Таш” музей-ҡурсаулығын асҡан саҡта белдергәйне.
Бына ошо ике музей башҡорт халҡының ярым күсмә йәшәү рәүешен сағылдырған төп тарихи урындар булып һынлана, беҙҙеңсә. Береһе – боронғо палеолит осоронан ошо ерҙә йәшәүебеҙҙе дәлилләй,
икенсеһе – ирек һөйөүсән күсмә тормошҡа тартылыуыбыҙҙы, шул мәҙәниәтте асылыбыҙға яҡын күреүебеҙҙе сағылдыра.
Шуға ҡитғалар киҫелешендә урынлашҡан тыуған төйәгебеҙҙә донъя кимәлендәге тарихи объект буласаҡ заманса тағы бер музей барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тороу – тарихи үткәндәребеҙҙең, асылыбыҙҙың бер мөһим өлөшөн күрмәмешкә һалышыуға, үҙебеҙҙе бер ҡалыпҡа индерергә тырышыуға бәрәбәр.
Булһын, төрлө яҡлап беҙҙе донъя кимәленә күтәргән эштәр эшләнһен, насармы ни?