Владимир Путин Рәсәй мосолмандарын изге Рамазан айын тамамлаусы Ураҙа байрамы менән тәбрикләне
Ил башлығының телеграммаһында былай тиелә:
Ил башлығының телеграммаһында былай тиелә:
Мосолман ойошмалары ғаилә институтын нығытыуға, йәштәрҙе тәрбиәләүгә фиҙаҡәр өлөш индерә, дәүләт һәм йәмәғәт структуралары менән конструктив диалог үҫешенә, патриотик, мәғариф, гуманитар инициативаларҙы тормошҡа ашырыуға арымай-талмай иғтибар бүлә. Әлбиттә, айырым рәхмәт һүҙҙәре – Ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән Ислам динен тотҡан яугирҙарыбыҙға, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ярҙам иткән мосолмандарға.