TGStat
TGStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • flag Russian
    Язык сайта
    flag Russian flag English flag Uzbek
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов и чатов Региональные подборки Тематические подборки Платные каналы Поиск каналов
    Добавить канал/чат
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг чатов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Telegram
  • Продвижение
    Реклама через Яндекс Бизнес Реклама в каналах через TGStat Agency Реклама на сайте TGStat.ru
Ханзаман 🖋

25 Mar, 19:32

Открыть в Telegram Поделиться Пожаловаться

Патриотик рухты нығытыуға йүнәлтелгән идеялар халыҡта тыуып ҡына тора. Уларҙы йыш ҡына Башҡортостан Башлығына ла тәҡдим итәләр.

📍 Бына бөгөн етәксенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендәге бер тәҡдим күҙгә ташланды: Ҡырмыҫҡалы районынан оҫта ҡуллы Рафаэль Ҡудашев атлы кеше Башҡортостанға... ЯҢЫ ГЕРБ эшләргә тәҡдим итеп ҡуйған.

“Ҡурай – халыҡтар батырлығы символы булараҡ ете уҡлы йәйәгә әүерелә, был ҡаһарманлыҡ һәм ил-ерҙе һаҡларға әҙерлекте сағылдыра”

– тип аңлата автор үҙе.

Ул республикаға хәрби герб эшләргә тәҡдим итә. Бының урынлы булыу-булмауы тураһында БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, БР Башлығы эргәһендәге Дәүләт символикаһы буйынса комиссия ағзаһы Рәмил Рәхимовтан белештек:

🔺 “Герб берәү генә, уның икенсе, өсөнсө төрө булмай. Бер ҡайҙа һәм бер ҡасан булғаны юҡ, мөмкин дә түгел. Герб – ул республика символы, дәүләт символы. Ул берәү. Икенсе герб эшләү – хәрбиме, хәрби түгелме – ярамай.
Был осраҡта республика флагы өҫтөнә стилләштерелгән уҡтар эшләнгән. Әммә бының тәрән мәғәнәһе юҡ. Дәүләт символдары тураһындағы законға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы флагы бер нәмәнең дә биҙәге, йәки берәй нәмәнең өлөшө була алмай. Флаг закон тарафынан яҡлана”,

- тип аңлатты Рәмил Насибулла улы.

Республикала закон буйынса раҫланған символдар бар. БР Флагы һәм Гербынан тыш муниципаль берәмектәрҙең гербтары булдырылған, геральдика комиссияһы республинаның хәрби берәмектәренең һәм “Башҡортостан” полкының байраҡтарын рәсми раҫлаған.

🔺 “Хәрби герб талап ителмәй. Башҡа символика үҙгәртелергә тейеш түгел”,

- тип һығымта яһаны белгес.

Талантлы һәм ижади яҡташтарыбыҙ күп һәм идеялары ла бихисап икәне аңлашыла. Шулай ҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдарына ҡағылышлы бындай мәсьәләгә етди ҡарау кәрәк шул.

56 0 1 5
Каталог
Каталог каналов и чатов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал/чат
Рейтинги
Рейтинг каналов Telegram Рейтинг чатов Telegram Рейтинг публикаций Рейтинги брендов и персон
API
API статистики API поиска публикаций API Callback
Наши каналы
@TGStat @TGStat_Chat @telepulse @TGStatAPI
Почитать
Академия TGStat Исследование Telegram 2019 Исследование Telegram 2021 Исследование Telegram 2023
Контакты
Справочный центр Поддержка Почта Вакансии
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности Публичная оферта
Наши боты
@TGStat_Bot @SearcheeBot @TGAlertsBot @tg_analytics_bot @TGStatChatBot