📌"Үтәгән уйындары" республика фестивале үткән.
Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында ойошторолған "Ҡабаҡ" бренд байрамы республика кимәленә күтәрелгән һәм "Үтәгән уйындары" булараҡ, быйыл төрлө район халҡын туплаған. Үтәгәндә күрше ауылдарҙан ғына түгел, Ғафури, Архангел, Шишмә, Ауырғазы райондарынан да йыйылғандар.
🔹 "Ҡабаҡ" байрамына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Айрат Искәндәров әйтеүенсә, был төбәктә тупраҡ шул тиклем уңдырышлы. Ауыл халҡы электән ер эшкәрткән, Совет заманында иген һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса алдынғылар булған. Әйткәндәй, Башҡорт АССР-ының беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова ла Үтәгән килене.
🔹 Егәрле үтәгәндәр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың һәр ауылдың үҙенең бренд байрамы булырға тейеш, тиеүен дә иҫәптә тотоп, 2022 йылдан "Ҡабаҡфест" ойоштора. Бында ҡабаҡтың ниндәй генә төрө һәм ниндәй ҙурлыҡтағыһы, унан әҙерләнгән ризыҡтың ниндәйе генә юҡ!
Байрамдан һуң, арба-арба йыйылған ҡабаҡтар Өфө хосписына хәйриә ылауы менән оҙатылған.