Башҡорт донъяһы


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика
Фильтр публикаций


📌 Уҡытыусылар һүҙен 2050 йылда беләсәкбеҙ.

Мәләүез ҡалаһының Дан бульварында быйыл ҡуйылған Уҡытыусы һәйкәленә ваҡыт капсулаһын һалғандар.


🔹 Тантанала район уҡытыусылары һәм педагогия хеҙмәте ветерандары ҡатнашҡан. Киләсәк быуындар мөрәжәғәтте 2050 йылда асып уҡыясаҡ.

📍 Әйткәндәй, Уҡытыусы һәйкәлен "Уңайлы ҡала шарттарын булдырыу" федераль проекты сиктәрендә эшләгәндәр. Унда ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы һынландырылған, стелалағы яҙыуҙа Николай Некрасов һәм Мостай Кәрим шиғырҙарынан өҙөк килтерелгән.


🕌 Хәйерле иртәне киске Өфө күренештәренән башлайыҡ әле: "Әр-Рахим" мәсетендә төҙөлөш дауам итә, яңы яҡтылыҡ системаһын һынайҙар.

Хәҙер изге йорт, баш ҡаланың визит карточкаһы төрлө төҫтәр менән балҡып торасаҡ👍


📌6 октябрь - Бөтә донъя йәшәү урындарын һаҡлау көнө беҙгә тағы ла бер ҡат тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында хәтерләтә.

Был иҫтәлекле көн 1979 йылдан бирле билдәләнә.

💯 Кеше бик күп асыштар яһаған, күп нәмәгә өйрәнгән: машиналар уйлап тапҡан, Айға осҡан, роботты бейергә өйрәткән һ.б. Әммә талпандарҙы, Стеллер һыйырын, Бербер арыҫланын кире барлыҡҡа килтерә алмай.
Йәнлектәр донъяһында ниҙер юҡҡа сыға икән - мәңгелеккә.


📍 Бөгөн Башҡортостанда төрлө кимәлдәге айырыуса һаҡлаулы тәбиғәт территориялары бар: Шүлгәнташ, Көньяҡ Урал ҡурсаулыҡтары, "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркы, "Башҡортостан" милли паркы, заказниктар, тәбиғәт ҡомартҡылары, геопарктар.

🔹 "Янғантау" һәм "Торатау" - Рәсәйҙә берҙән-бер халыҡ-ара кимәлдәге геопарктар, улар ЮНЕСКО геопарктары глобаль исемлегенә индерелгән.

💯 Шулай уҡ республикала юғалған төрҙәрҙе тергеҙеү буйынса ла эштәр атҡарыла. Мәҫәлән, 2023 йылдан алып, "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркында зубрҙарҙы үрсетәләр - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса.
🦬 Был хайуандар борон Башҡортостан территорияһында йәшәгән - Шүлгәнташ мәмерйәһендә һүрәттәре бар.
🦬 Зубрҙарҙы тергеҙеү өсөн Беларусь Республикаһынан 18 баш килтерелде, бөгөн уларҙың һаны 33-кә еткән - быҙаулағандар.


❓ Ҡурай көнөн нисек байрам итәбеҙ?
✅ 10 октябрҙә Башҡортостанда Ҡурай көнө билдәләнә. Ул 2024 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы булдырылды: нәҡ ошо көндә БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең тәүге концерты үтте.

🔥 2026 йылда Ҡурай көнөнә арналған саралар бөгөн, 6 октябрҙә үк башланды: Өфөнөң балалар сәнғәт мәктәптәрендә башҡорт милли уйын ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Йәш музыка һөйөүселәргә Венер Йылҡыбаев ҡурайҙа, Гүзәл Үмәрғәлина - думбырала, Ольга Әминева - ҡыл ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте.

🔹 7 октябрҙә "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә Ҡурай көнөнә һәм Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк. Унда фекер алышыу, Й. Иҫәнбаевтың Хәйбуллалағы музейынан күргәҙмә, башҡорт милли уйын ҡоралдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Йәш ҡурайсыларҙы ижади берләшмәгә ағза итеп алыу көтөлә.

🔹 8 октябрҙә Башҡортостандың Милли музейында "Ҡурай - Уралдың сал тауышы" ҡунаҡ бүлмәһе эшләй: билдәле ҡурайсы һәм сәнғәт эшмәкәре Юлай Ғәйнетдинов менән ҡыҙыҡлы осрашыу була. Музей фонды ндағы үҙенсәлекле ҡомартҡылар менән дә танышыу мөмкинлеге бар.

🔹 9 октябрҙә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында республиканың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле концерт ҡуя. Шәп тамаша буласаҡ! 👏

🔹 14 октябрҙә сәғәт 16:30-ҙа "Урал" этноүҙәгендә Дим Мөжәүиров ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтәсәк.

🔹 Ҡурай көнөнә бағышланған саралар Башҡортостандың башҡа район-ҡалаларында ла ойошторола. Мәҫәлән, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында 8 октябрҙә "Көҙ байлыҡтары – 2026" ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Һинең барлығыңды мин беләм... ❤️

Видео: Аделия Латипова һәм Әзизә Закирова.


📌 "Аҡбуҙат" эпосы буйынса - перфоманс!

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса театр йәнһүрәте - мультимедиялы перфоманс проектын тормошҡа ашырған.

🔥 Премьераһы 15 октябрҙә.


🔹 Проект театрҙың "Аҡбуҙаттың тылсымлы күле" ("Озеро заколдованного коня") спектакле нигеҙендә эшләнгән. 2024 йылда ул "Алтын битлек" милли театр премияһына тәҡдим ителгәйне.

🔹 Йәнһүрәттә спектаклдең үҙенсәлектәре һаҡланған. Уның сценарийын Ғәзим Шафиҡовтың пьесаһы буйынса Владимир Аношкин яҙған. Ҡуйыусы режиссеры - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова. Компьютер графикаһын «ART‑Media» студияһы эшләгән.

🔹 Был эш "Халыҡ-ара мәҙәни үҙәктәр" федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

🔹 Әйткәндәй, «ART‑Media» креатив индустриялар студияһы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ҡарамағында эшләй. Ул Рәсәйҙә берҙән-бер.

Өр-яңы тамаша төрөн беренсе булып ҡарағыҙ! 🔥


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
❓ Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиаданың бер көнө үтте, ҡатнаштығыҙмы?

✅ Юҡ икән, ошо сайтҡа инеп, basholimpiada.ru/ һорауҙарға яуап бирегеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр кем ҡатнаша ала. Сөнки һорауҙар төрлө ҡатмарлыҡта: башланғыс кимәл, иркен аралашыусылар, башҡорт теленең диалекттары.

📍 Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы менән «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын яҡлау фонды.

Видео: "Сәләм" тапшырыуы.


Таң шикелле балҡый йөҙө,
Маңлайында юҡ бер һыр.
Леп-леп типкән ҡыҙ йөрәге -
Әле йырламаған йыр.

Ҡадир ӘЛИБАЕВ.

Хәйерле көн
☀️
Фотолағы һылыуҙы танынығыҙмы? 😍

Фото: Ләйсән Ибраһимова.


💛 Ығы-зығылы, байрам кәйефле көн шулай үтеп тә китте. Өйҙә яҡындар менән, йәки бер үҙең тыныс ҡына ултырып сәй эсә, йомғаҡ яһай һәм иртәгә яңы көс-ҡеүәт туплап, дәртләнеп тороп китергә үҙеңде көйләй торған мәл...

Тәмле төштәр алдынан ошо видеоны ҡарау мотлаҡ 🦢


📍 Баймаҡ районы, Талҡаҫ күле

Видео: Әлиә Йәнекәйева.


📌 1207 ЙЫЛЛЫҠ ХЕҘМӘТ - КИЛӘСӘК БЫУЫН МӘНФӘҒӘТЕ ӨСӨН

Уҡытыусылар көнөндә быйыл "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" V Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында еңеүселәрҙең береһе - яҡташыбыҙ Ләйсән Хәсәнова менән таныштырып китмәксебеҙ.

🔹 Ләйсән Хәсәнова Липецк ҡалаһында үткән һөнәри конкурста "Быуындар күсәгилешлеге өсөн" номинацияһында еңеү яуланы. Ул Өфө ҡалаһының А.И. Хохлов исемендәге Белем биреү үҙәгендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

🔹 Илдең 87 төбәгенән 131 педагог араһында шундай уңышҡа өлгәште ул.

🔥 "Быуындар күсәгилешлеге" Ләйсән Миңлеәхмәт ҡыҙы өсөн буш һүҙ түгел: уның ғаиләһенең дөйөм хеҙмәт стажы 1207 йыл.

🔹 Олатаһы Ибраһим Сабир улы 40 йыл ғүмерен мәктәпкә бағышлай, ваҡытында билдәле башҡорт тел ғалимы Джәлил Кейекбаев менән бергә эшләй. Әсәһе - математика уҡытыусыһы.

💯 "Уларҙың юлын ғорурланып дауам итәм. Башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәре туған телдең һәм мәҙәниәттең байлығын һаҡларға һәм йәш быуынға тапшырырға, балаларҙы тамырҙарын өйрәнергә илһамландырырға, уларҙың уңыштарын күрергә һәм бергә үҫешергә мөмкинлек бирә",

- ти Ләйсән Хәсәнова.


📌 КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1969-1987 йылдарҙа беренсе секретары, СССР Юғары Советының 7-11 саҡырылыш депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе, Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе Миҙхәт ШАКИРОВТЫҢ тыуыуына - 110 йыл.

🔹 Миҙхәт Закир улы Шакиров 1916 йылдың 5 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте башҡорт.

🔹 Атаһы — күренекле башҡорт тел белгесе һәм педагог Закир Шакиров (1881—1968; хәҙерге Кушнаренко районы Ҡарасайылға ауылынан), әсәһе — Ғәфифә Яҡуп ҡыҙы (Ябалаҡ ауылынан). 

🔹 Өфө ҡалаһының 11-се урта мәктәбенең ете класын тамамлағандан һуң, 1932 йылда урындағы паровоз ремонтлау заводы ҡарамағындағы фабрика-завод училищеһына уҡырға инә. Бында слесарь һөнәрен үҙләштерә һәм 1934 йылда Өфө паровоздар ремонтлау заводында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

🔹 1941 йылда Бежеца машиналар эшләү институтының иретеп-йәбештереү буйынса инженер-механик һөнәрен ала.

🔹 Һуғыш йылдарында Ворошиловград заводы менән Өфөгә эвакуациялана.

🔹 Төрлө яуаплы урындарҙа эшләй.

🔹 1969 йылдың июленән 1987 йылдың июненә тиклем — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы.

🔹 Миҙхәт Закир улы 2004 йылдың 1 майында Өфөлә вафат була, ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнгән.

📍 Был аҙнала, Республика көнө уңайынан үткәрелгән тантаналы саралар араһында Миҙхәт Шакиров исемендәге скверҙы төҙөкләндергәндән һуң асыу ниәтләнә. Ошонда шәхестең һәйкәле лә буласаҡ. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.



Показано 12 последних публикаций.