Башҡорт юлы


Гео и язык канала: Россия, Русский
Категория: Telegram


Похожие каналы

Гео и язык канала
Россия, Русский
Категория
Telegram
Статистика
Фильтр публикаций


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 69-сы ултырыш.

Башҡортостандың сәйәси тормошонда төрлө ваҡиғалар булып үтте: түрәләр алмашыныуы, уларҙың һуғышҡа ебәрелеүе, бер-береһе менән дәғүәләшеүе һ. б. Хәбиров ысынлап та Австрияға аҡса сығарамы? Хәбиров менән Мәвлиевтың алышы аҫтында милли сәбәп ята аламы? Ғөмүмән, уларҙың берәй үҙаллылыҡ тигән нәмәләре бармы икән? Бөтөн донъя һуғыш тураһында һөйләшкәндә Урыҫ донъяһы быға нимәләр әҙерләй? Ысынлап та "ҡыш яҡын", бының турала нимәләрҙе онотмаҫ кәрәк?
Ошо һәм башҡа төрлө мәсьәләләр тураһында фекерҙәрҙе сираттағы ултырышыбыҙҙан тыңлағыҙ!


Репост из: Комитет Башкирского национального движения за рубежом
Башҡортостандың сәйәси тормошонда төрлө ваҡиғалар булып үтте: түрәләр алмашыныуы, уларҙың һуғышҡа ебәрелеүе, бер-береһе менән дәғүәләшеүе һ. б. Хәбиров ысынлап та Австрияға аҡса сығарамы? Хәбиров менән Мәвлиевтың алышы аҫтында милли сәбәп ята аламы? Ғөмүмән, уларҙың берәй үҙаллылыҡ тигән нәмәләре бармы икән? Бөтөн донъя һуғыш тураһында һөйләшкәндә Урыҫ донъяһы быға нимәләр әҙерләй? Ысынлап та "ҡыш яҡын", бының турала нимәләрҙе онотмаҫ кәрәк?
Ошо һәм башҡа төрлө мәсьәләләр тураһында фекерҙәрҙе сираттағы ултырышыбыҙҙан тыңлағыҙ!

https://youtu.be/AItpw63nMSo?is=Oszl_YlCyuHhIJAW


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 68-се ултырыш

Ишморат Хәйбулла һәм Марат Шәкүр Башҡортостан һәм донъя хәбәрҙәре тураһында фекер алышты. Андрей Назаров тигән кеше Башҡортостанда ниндәй ролдә? Уның кеүек түрәне ни өсөн беҙҙең өстән ҡуялар? Стәрлетамаҡтағы янғында дүрт кеше үлгән — ни өсөн? Йыш ҡына ҡараусылар Ҡытай тураһында һорауҙар бирә. Ҡытайҙың тышҡы сәйәсәте беҙҙең өсөн ҡурҡынысмы? Әллә унан башҡа ла борсолорлоҡ нәмә бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙар тураһында бөгөнгө тапшырыуҙы ҡарағыҙ.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 67-се ултырыш

Ишморат Хәйбулла, Марат Шәкүр һәм Айгөл Лион русияла һәм урланған ерҙәрҙә уҙған һайлау, мобилизация, мәскәүҙең бик күркәм яныуы тураһында фекер алышты. Марат ағай СССР ваҡытындағы һайлау тәжрибәләрен иҫкә алды.

#ИлсеҒайса #BND #Башҡортостан #башҡорттар #ИлсеГайса #Bashkortostan

932 1 1 13 19

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 66-сы ултырыш

Һуңғы йылдары башҡорттар тарихы, уларҙың үҙбилдәләнеше, шәхестәре тураһында күп һүҙҙәр әйтелә. Был йәһәттән ниндәй мәғлүмәт мөһим? "Аспекты" сығарған киноны ни өсөн ҡарар кәрәк? Шайморатов генерал — оҙон һәм ҡатмарлы мәсьәлә, сөнки уның исемен ҡулланып Салауат батырҙы оноттороу эше бара. Әйткәндәй, кем ул Миңлеғәле Шайморатов? Салауат Юлаевты башҡорттар "беҙҙең Салауат" ти, ә Шайморатов — "беҙҙең Миңлеғәлеме" икән? Урыҫтар тураһында бер нисә уй.
Ошо мәсьәләләр тураһында Марат, Руслан, Ишморат сираттағы ултырышта фекер алышты.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 65-се ултырыш

Бөгөн Руслан, Айгөл, Ишморат өсәүләшеп социаль селтәрҙәрҙә таралған милли трендтар төраһында фекер алышты. Оҡшаймы ул беҙ иҫкә алған нәмәләр һеҙгә? Ошоға тоташып, һөйләшеүебеҙ сираттағы тапҡыр урыҫ доньяһының тарлығына, ҡараңғылығына ла иғтибар биреп, тейеп үтте.

448 1 1 11 16

Бөгөн Лонг Бич ҡалаһында әллә бишенсе тапҡыр Төркия фестивале уҙҙы. Мин унда беренсе тапҡыр баруым түгел.
Әммә быйыл фестиваль айырылып торҙо - Лос Анжелестың "Туғанлыҡ" башҡорт-татар ойошмаһы ла үҙен күрҙәтте.
Минең өсөн башҡорт ҡыҙы Рузиләнең әлеге фестивалдә башҡорт йырҙары менән сығыш яһауы үҙе бер һөйөнөс һәм ғорурлыҡ ине. Бигерәк тә, минең селтәр һәм ҡашмау менән. Афарин, башҡортомдоң булдыҡлы ҡыҙы!


Стерлитамак в Башкортостане тоже отхватил движухи. Около 06:00 по Киеву в городе прогремела серия взрывов, после чего над промышленной зоной поднялся густой чёрный дым.

Предварительно, под удар попал Стерлитамакский нефтехимический завод (СНХЗ).

В Башкортостане объявлена беспилотная опасность, а аэропорт Уфы ограничил приём и выпуск самолётов.

СНХЗ уже попадал под раздачи. Предприятие входит в российский химический холдинг «Росхим» и производит синтетические каучуки, химические присадки, ионол и компоненты топлива, включая авиационный бензин. Продукция применяется в авиационной и военной технике.

Цимбалюк


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 63-сө ултырыш

Тыраждар аҙна һайын Башҡортостанға ла төшөп тора, был хәҙер әллә ни яңылыҡ та түгел кеүек, ниндәйҙер ысынбарлыҡ. Ошо көндәрҙә генә Благовещенскиҙағы Озонға, Стәрлетамаҡ менән Өфө ҡалаларындағы промзоналарға төштө.
Урыҫ доньяһы башҡорттарҙы төрлө яҡлап һөжүмгә тота. Руслан Ғаббасов интернетта үҙен башҡорт тип таныштырып, башҡорттар исеменән хәбәр һөйләүсе Мостафаның ысын йөҙөн асып, ҙур видео әҙерләгәйне. Кемдәр ҡарамаған, эҙләп табып, ҡарарға саҡырабыҙ.
Урыҫ имперсылары башҡа милләттәрҙе кешегә лә һанамай, улар өсөн беҙ икенсе сорт. Яҡшы урыҫтар төркөмөнән Михаил Светов та үҙен шулай күрһәтте. Денацификацияһыҙ был милләт халҡын башҡаса дауалап булмаясаҡ.
Бөгөнгө тапшырыуыбыҙҙа яңы фекерҙәш - Марат ағай Шәкүрев ҡатнашты.


Ҡаралы-аҡлы фотография, Эрнст Фридрихтың «Krieg dem Kriege» («Һуғышҡа — һуғыш») китабынан, 1924 йыл.

Рәсәй пропагандаһы һуғышҡа ниндәйҙер квест кеүек саҡыра — шутер эстетикаһында төшөрөлгән контракт рекламаһы, бәреп төшөрөлгән техника өсөн мәрәйҙәр, контрактҡа ҡул ҡуйған өсөн премия, төрлө кимәлдәрҙе үткән өсөн наградалар. Әйҙәгеҙ, ошо «уйын» метафораһы менән эшләп ҡарайыҡ.

Квесты төрлө кимәлдәрҙә үтергә мөмкин. Иң еңеле — депутат кимәлендә. Фронт һыҙығы йүнәлешендә барып, штабта бер-ике аҙна араҡы эсеп ултыраһың, ҡулыңа автомат тотоп фотоға төшәһең дә орден һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы танытмаһы менән ҡайтып китәһең. Урта кимәлде үтеп ҡарарға мөмкин. Мәскәүҙә тыуғанһың, ата-әсәңдең аҡсаһы һәм бәйләнештәре бар, улар һине хәүефһеҙ урынға урынлаштыра ала. Ә квесты хардкор режимында ла үтергә мөмкин. Бүрәтияла, ике төп эш биреүсеһе — төрмә менән хәрби комиссариат булған депрессив моноҡалала тыуғанһың. Ғаилә беренсе өс кредиттың проценттарын булһа ла түләргә тырышып, дүртенсе кредит ала. Штурмовиктар сафына рәхим ит, улым.

Русияның ир-аттары өсөн башҡа квесты — бер тапҡыр уйнай торған уйын түгел, ул ғүмер буйына һуҙылған сылбыр. Һәм уның утлы тамуғына теләһә ҡайһы этапта эләгергә мөмкин. Ике төп тоҙаҡ — яҙғы һәм көҙгө хәрби саҡырылыш. Уларҙан ҡотолоу өсөн төрлө «һандыҡтар» һәм «аптечкалар» бар — юғары уҡыу йортонда уҡыу, медицина белешмәһен һатып алыу йәки радарҙан юғалыу — бер ерҙә лә күренмәү, кеше аяғы баҫмаған ерҙә йәшәү. Ә мобилизация ла бар — уны бер кем дә юҡҡа сығармаған.

Был майҙанда «ҡара» зоналар ҙа бар, уларҙан уйынсы бик ҙур ихтималлыҡ менән ит турағысҡа эләгә: төрмәгә ултырырға, хәрби комиссариатҡа инергә («мәғлүмәттәреңде генә аныҡлап кил, улым»), кредиттар алырға ҡәтғи кәңәш ителмәй. Патриот уҡытыусыларҙы, «һуғыш геройҙарын», рекрутерҙарҙы, телевизор менән баштары эшкәртелгән туғандарығыҙҙы тыңларға ла кәңәш ителмәй — «араҡы менән һыуыҡ тейеүҙән яҡшыраҡ» тигән кеүек һүҙҙәр һөйләйҙәр. Улар һеҙгә ниндәй генә аҡылһыҙлыҡтарҙы әйтмәһен: «Ватан һаҡлау тигән шундай һөнәр бар», «һин бит ир-ат, тимәк — һаҡлаусы», «ҡасырға оят» йәки «бар — унда яҡшы аҡса бирәләр».

Ә ысынбарлыҡта был бөтөнләй уйын түгел. Бында «һаҡланып ҡалыу» һәм «кимәлде башынан башлау» мөмкинлеге юҡ. Сөнки һеҙгә уңышһыҙлыҡ килеп, һеҙҙе шунда уҡ үлтермәҫкә лә мөмкиндәр. Һәм һеҙ ямғыр һыуҙары баҫҡан ниндәйҙер окопта оҙаҡ һәм ғазаплы рәүештә үлерһегеҙ. Сөнки һеҙгә тиклем бер кемдең дә эше юҡ, хатта туғандарығыҙ ҙа бер ниндәй аҡса алмаҫҡа мөмкин — һеҙҙе ябай ғына итеп дезертир тип иғлан итәсәктәр. Йәки һеҙ өйгә ҡулһыҙ йәки аяҡһыҙ ҡайтырһығыҙ, ә тылда ла һеҙгә бер кемдең дә эше булмаҫ. Был — Русия, улым.

Был уйын түгел. Был — интеллектҡа тест. Әгәр һеҙҙә әҙерәк кенә аҡыл булһа, ҡәҙерле Русия халҡы, бер ниндәй шарттарҙа ла фронтҡа бармағыҙ. Нимә теләйһегеҙ, шуны эшләгеҙ — илдән сығып китегеҙ, йәшеренеп ятығыҙ, ләкин был ит турағысҡа эләкмәгеҙ. Был — Украина үҙ балалары һәм үҙенең киләсәге өсөн һуғыша, ә Рәсәйгә бер кем дә һөжүм итмәне, уға бер нәмә лә янамай һәм һеҙ фронтта хуйло өсөн генә үлеп ҡаласаҡһығыҙ

Дмитрий Чернышев




Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 62-се ултырыш

Уҙған аҙна ваҡиғаларға бай булды. Россия суды "Яблоко" партияһын һайлау исемлегенән сығарҙы. Ғөмүмән, алдағы һайлауҙа ҡатнашыу кәрәкме ул?
Башҡортостандың Шишмә районына һәм Салауат ҡалаһына украин тыраждары төштө. Көслө янғындар сыҡты. Тыраждарҙы хәҙер мәскәү ПВОһы ла уҙҙырып ебәрә. Ошо көндәрҙә Каледино ҡалаһында WB янды.
Хәҙер Өфөлә ике мэр идара итә.
Ишморат хәҙрәт "Аспекты. Башҡортостан" каналына интервью бирҙе.
Яңы уҡыу йылы башлана, әҙерләнәһеҙме?
Ошолар һәм башҡа бик күп яңылыҡтар тураһында фекер алыштыҡ.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 61-се сығарылыш

Халыҡта Башҡортостанға Ырымбур өлкәһен ҡушып, региондарҙы ҙурайтыу тураһындағы хәбәрҙәр йөрөй. Бының ниндәй тиҫкәре йәки уңай яҡтары була ала?
Мобилизацияның буласағына хәҙер бер ниндәй ҙә шик ҡалманы. Яңы йылға тиклем 800 мең яңы һалдат булырға тейеш. Төп көс региондар елкәһенә төшәсәк, бигрәк тә милли республикаларға. Һаҡ булығыҙ, ирҙәрегеҙҙе, улдарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Был сығарылышҡа ла лайыҡ ҡуйырға, комментар яҙырға, башҡалар менән бүлешергә онотмағыҙ. Ихтирам менән Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла һәм Айгөл Лион.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 60-сы ултырыш

Өфө яна. Кисә лә янды, бөгөн дә яна. Хәбиров "зыян юҡ" тиһә лә, НПЗнан күтәрелгән төтөн Европаға ла, Канада менән Америкаға ла "күренә".
Мобилизацияның буласағына шик ҡалмай. Мәскәү менән Питерҙа әллә ни булмаһа ла, милли региондарҙа, айырыуса ауыл ерендә йәшәүселәргә ҡурҡыныс янай, тип сираттағы тапҡыр киҫәтәбеҙ. Мөмкинселегегеҙ булһа, ир балаларығыҙҙы илдән сығарып тороғоҙ.
Варшавала асылған күргәҙмә хаҡында һөйләгән инек. Тағын бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт сәйәси тотҡондары тураһында махсус сәхифә: https://bashcourt.org/
Беҙҙең сәйәси тотҡондарҙы яҡлау өсөн петиция: https://www.change.org/p/free-the-bashkortostan-political-prisoners-eu-sanctions-on-those-responsible
Таратығыҙ, бүлешегеҙ, сәләмәтлегегеҙгә һәм ғүмерегеҙгә ҡурҡыныс тыуҙырмаһа, үҙегеҙ ҙә ҡул ҡуйығыҙ.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 59-сы сығарылыш

Башҡортостанға бер шалтыратып, күпме хәбәр беләһең. Һәм уларға күпме хәбәр еткерәһең. Күптәр республикала барған бәлә-ҡаза тураһында хәбәрҙәр түгел.
Әбйәлилдәр Ҡырҡтытауҙы эшкәртеү башланды, тиҙәр. Райондарҙа ла бензинға ҡытлыҡ. Ҡаты яуған ямғырҙар арҡаһында Асҡын районындағы ауылдарҙы һыу баҫа.
Баймаҡ эше буйынса "ойоштороусы" тип билдәләнеүселәргә прокуратура 14-15-әр йыл төрмә һораны.
Ошолар һәм башҡа яңылыҡтар тураһында Айгөл Лион, Ишморат Хәйбулла һәм Руслан Сөләймән фекер алышты. Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ.


Әлеге ауылдарҙан тыңлаусыларыбыҙ булһа, әлеге кешеләрҙең яҙмыштары тураһында яҙығыҙ әле миңә. Чат-ботҡа исемһеҙ генә лә яҙырға мөмкин



Показано 17 последних публикаций.